7 декабрь, Шаршамбы

25 ғинуар 2011 йыл, 16:42

Иртәгә БР Контроль-иҫәп палатаһының ултырышы үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

Шаршамбы, 26 ғинуарҙа, сәғәт 10-да Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының сираттағы ултырышы үтәсәк.  

Көн тәртибендә ике мәсьәлә. 2005-2010 йылдарҙа БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының һәм был ведомствоға ҡараған учреждениеларҙың дәүләт мөлкәтен, бюджет һәм бюджеттыҡы булмаған средстволарҙы файҙаланыуын тикшереү һөҙөмтәләре иғлан ителәсәк.

Контролерҙар йәнә Стәрлетамаҡ районында 2009 йылда бюджет үтәлешен, дәүләт һәм муниципаль милекте файҙаланыу һөҙөмтәлелеген тикшереү йомғаҡтарын тәҡдим итәсәк һәм башҡа осор буйынса айырым мәсьәләләрҙе ҡараясаҡ.

темалар: анонс