Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

110 миллиард һум һалым йыйылды

Иҡтисад

Өфө биләмәһендә 2010 йылда 110 миллиард һумдан ашыу һалым һәм башҡа йыйымдар йыйылған. Ҡаланың үҙ табыштары 9,3 миллиард һум тәшкил иткән. Был турала мэриялағы кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең иҡтисад идаралығы начальнигы Ольга Краснова хәбәр итте. Ул шулай уҡ Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Президентының БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенең төп положениеларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелгән саралар тураһында һөйләне.

Ольга Краснованың һүҙҙәренә ҡарағанда, бер йылда ҡалала 10 мәктәп ашханаһы реконструкцияланған, ярҙамға мохтаж граждандарға 76 мең социаль карта бирелгән, 44 автономиялы белем биреү учреждениеһы төҙөлгән һәм муниципаль милек арендаторҙарынан 155 миллион һум бурыстарын ҡайтарып алыуға өлгәшелгән.

— Өфөлә шулай уҡ 93 мең квадрат метр дөйөм майҙан менән 144 яңы сауҙа объекты асылды һәм был өлкәлә 1800 яңы эш урыны булдырылды, — тине Ольга Краснова.

Бынан тыш, Ольга Краснова Өфөләге ауыл хужалығы йәрминкәләре йомғаҡтары тураһында хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, 2010 йылда уларҙа 19 мең тонна йәшелсә, өс мең тоннаға яҡын ит һәм 355 тонна бал һатылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть