7 декабрь, Шаршамбы

25 ғинуар 2011 йыл, 14:24

Архангел районында латыштар Шәмдәр көнөн байрам итергә әҙерләнә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Архангел районында 26 ғинуарҙа латыштар байрамы — Шәмдәр көнө үтәсәк. Был хаҡта латыштарҙың «Максим Горький» тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Людмила Муценэк хәбәр итте.

Латыштар февралде май шәмдәр айы тип атай. Был ай алдынан Балтика халыҡтары байрам ойоштора.

Архангел районының Максим Горький ауылында «Атбалфф» ансамбле ҡатнашыусылары был байрамдың тарихы хаҡында һөйләйәсәк. Тантаналы саралар халыҡ йырҙары һәм уйындары менән үрелеп барасаҡ.

— Май шәмдәр көнө латыштар өсөн үҙенсәлекле, — ти Людмила Муценэк. – Был көндө ҡаны-ҡыҙҙарға сәс тарарға, бәйләргә, кәбеҫтә аштары бешерергә ярамай. Был халыҡ һынамыштары менән бәйле. Ошо көнгә ҡарап, бесәндең күпме булырын билдәләгәндәр.

Өләсәйҙәр байрам көнөндә балауыҙҙан шәмдәр эшләй. Эш барышында оҫтабикәләрҙең кәйефе шәп булырға тейеш. Ялҡындың сағыулығы ла шәмде эшләгән кешеһенә бәйле, тип иҫәпләнә. Йәнә йыл яҡты, матур булһын өсөн, байрам ваҡытында ҡуйы бутҡа бешерелә.