3 декабрь, Шәмбе

25 ғинуар 2011 йыл, 14:02

Янған «Европа»ны өр-яңынан төҙөргә планлаштыралар

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөләге янғын сыҡҡан «Европа» сауҙа үҙәгенең яңынан төҙөлөүе ихтимал. Был турала шишәмбе көндө Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Дмитрюк белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, төҙөүселәр менән иҫән ҡалған конструкцияға анализ яһалған. Алдан эшләнгән һығымта буйынса, бинаның өс таяуы һәм 80-100 квадрат метр самаһы майҙан ғына нығытыуға мохтаж. Бинаның ауырлыҡ күтәреү һәләтенә янғын һөҙөмтәһендә зыян килмәгән тиерлек, һәм «Европа»нан ҡалған бина һөлдәһенә емерелеү хәүефе янамай.