7 декабрь, Шаршамбы

25 ғинуар 2011 йыл, 13:45

Милиционерҙар ҡомарлы уйынға бирелгәндәрҙе дауалауҙан туҡтамай

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостан милицияһы «бер ҡуллы бандиттар» менән көрәшеүен дауам итә. 17 ғинуарҙан алып оперативниктар һәр төрлө милектәге 50-нән ашыу объектты тикшереп тә өлгөргән. 560 самаһы уйын ҡорамалдары берәмеге, 26 компьютер техникаһы тартып алынған.

Өфөнөң Октябрь районында Трамвай урамында Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш бүлеге хеҙмәткәрҙәре йәнә бер йәшерен уйын клубын асыҡлай. Унда 39 электрон рулетка тартып алына. Өфөнөң Орджоникидзе районында Октябрь проспектындағы уйын клубында контрафакт программа тәьминәте ҡулланылыуы асыҡлана. Оперативниктар алты лотерея аппаратына арест һала. Ике осраҡта ла уйын йорттары эшмәкәрлеге туҡтатыла, тип хәбәр иттеләр республика Эске эштәр министрлығынан. Әгәр һеҙ бындай уйын йорттары эшмәкәрлеге тураһында хәбәрҙар булһағыҙ, был хаҡта 128 номеры буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына хәбәр итегеҙ.  

темалар: уйын бизнесы