11 декабрь, Йәкшәмбе

24 ғинуар 2011 йыл, 9:14

«Үҙ йортом» программаһында ҡатнашыусылар әсәлек капиталын индивидуаль төҙөлөштә файҙалана ала

автор: "Башинформ"

“Үҙ йортом” шәхси төҙөлөш программаһында ҡатнашыусыларҙың Әсәлек капиталы аҡсаһын дәүләт теркәүен һәм уны файҙаланыу тәртибен аңлатыуҙы һорап Башҡортостан Хөкүмәтенә күп һанлы мөрәжәғәттәре буйынса БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин рәйеслегендә эш кәңәшмәһе булды.

Әле “Үҙ йортом” программаһында ҡатнашыусылар үҙҙәренә бүленгән ер участкаларын милеккә рәсмиләштерә ала. Бының өсөн БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илдар Әминевҡа (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13, 207-се бүлмә) мөрәжәғәт итергә. Ошонда уҡ тейешле документтар исемлеге менән танышырға мөмкин.

Шәхси торлаҡ йорт төҙөү өсөн ер участкаһына милек хоҡуғын теркәү тураһында таныҡлыҡ  алғандан һуң “Үҙ йортом” программаһында ҡатнашыусылар йорт төҙөүгә сығымдарҙы Әсәлек капиталы аҡсаһы менән ҡаплай ала.

Торлаҡ мәсьәләләренән тыш Хөкүмәт комиссияһында Өфө эргәһендә социаль объекттар төҙөү проблемаһы тикшерелде. Мәҫәлән, Өфө районының Жуков ауылында урта мәктәп төҙөү мәсьәләһе буйынса яҡын арала тейешле проектлау-тикшереү эштәре башҡарыу планлаштырылды. Ауылдағы мәктәп әле өҫтәмә рәүештә күп тигәндә 150 уҡыусыны ҡабул итә ала. Бынан тыш, Жуков ауылында балалар баҡсаһы проектлана. Уның төҙөлөшөн быйыл башлау планлаштырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек: 21 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Миәкә районына эш сәфәре барышында бынан ары мәктәптәр һәм башҡа социаль объекттар төҙөү буйынса  барлыҡ эштәр алдан ҡараласаҡ, тип белдергәйне.

— Беҙ иҫке схема буйынса эшләмәйәсәкбеҙ. Буш яланда, экспертиза үткәрмәйенсә һәм документацияһыҙ мәктәп төҙөргә ярамай, – тине төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов.