Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан мариҙары Бөрөлә йыйыласаҡ

Йәмғиәт

18 февралдә Бөрөлә «Мари халҡының һигеҙенсе Съезы талаптары күҙлегенән сығып, Башҡортостан Республикаһы мари йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге йомғаҡтары һәм 2011 йылға бурыстар тураһында» кәңәшмәһе үтәсәк. Был турала «Башинформ» агентлығына «Мишкә» мари тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Людмила Имаева хәбәр итте.

Кәңәшмәлә мариҙар республикала компактлы йәшәгән төбәктәрҙән — Башҡортостандың 17 районынан вәкилдәр ҡатнашасаҡ.

— Беҙ ойошмаларыбыҙҙың 2010 йылдағы эшмәкәрлеге уңыштарын һәм етешһеҙлектәрен тикшерәсәкбеҙ, — ти Людмила Имаева. – Шулай уҡ  мариҙарҙың 2011 йылдың апрелендә үтәсәк «Халыҡтар дуҫлығы» фестивалендә ҡатнашыуы буйынса план төҙөйәсәкбеҙ.

Башҡортостанда 105 меңдән ашыу мари иҫәпләнә. Компактлы рәүештә улар башлыса республиканың төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть