11 декабрь, Йәкшәмбе

25 ғинуар 2011 йыл, 11:51

Йөклө ҡатын терегөмөшлө йогурт эскән

автор: Ольга Мортазина

7 ғинуарҙа Өфөлә йәшәүсе бер ир йөклө ҡатыны өсөн «Данон» фирмаһының «Актимель» һөт продуктын һатып ала. Ике көндән һуң эсемлекте эскәс, ҡатын ауыҙының эсе әсетеп алыуын тоя, ә пластик һауыттың төбөндә металл шариктар табыла. Һауытты экспертизаға алып барғас, унда терегөмөш булыуы асыҡлана. 20 ғинуарҙа РФ Тикшереү комитетының Башҡортостан буйынса Тикшереү идаралығы ҡабаттан тикшереүгә тотондо, уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: һәләкәттәр