10 декабрь, Шәмбе

25 ғинуар 2011 йыл, 11:08

«Өфө» аэропортында хәүефһеҙлек саралары көсәйтелде

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты штат режимында эшләй. Бөтә планлаштырылған авиарейстар тотҡарлыҡһыҙ килде, шул иҫәптән кисә кис шартлау яңғыраған Мәскәүҙең «Домодедово» аэропортынан да. Мәскәүҙәге теракт менән бәйле Өфө аэропортының бөтә хеҙмәттәре көсәйтелгән эш режимына күсерелде, аэропорт комплексын көслө һаҡлау тәьмин ителде.  

«Өфө» аэропортының генераль директоры ярҙамсыһы Әмир Солтангәрәев хәбәр итеүенсә, аэропортта тупланған бөтә хоҡуҡ һаҡлау органдары структуралары көсәйтелгән хәүефһеҙлек саралары индерҙе. Бында Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы, БР буйынса Эске эштәр министрлығы, таможня хеҙмәте һәм авиация именлеге хеҙмәте вәкилдәре урынлашҡан. Аэропорт комплексына бөтә инеүҙәр, вокзал эргәһе территорияһы, яҡында торған автотранспорт саралары ҡарап сығылды. Территорияны һәм биналарҙы тикшереүгә өйрәтелгән эттәр менән кинологтар йәлеп ителде.

«Домодедово» аэропортындағы теракт һөҙөмтәһендә 35 кеше һәләк булды, 150-нән ашыу кеше зыян күрҙе. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, зыян күреүселәр исемлегендә Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе, 1963 йылғы Андрей Федорович Ермоленко бар. Йәрәхәттәр алған Андрей Федорович Мәскәүҙең 13-сө ҡала клиник дауаханаһына илтелгән.