7 декабрь, Шаршамбы

25 ғинуар 2011 йыл, 10:30

Оло Ыҡтамаҡта «Икмәк – барыһына ла баш!» күргәҙмәһе асыла

автор: Марина Шумилова

25 ғинуарҙа Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы район мәҙәниәт йортонда «Икмәк – барыһына ла баш!» девизы аҫтында Мәсетле районы икмәк бешереү предприятиеларының икмәк һәм икмәк-булка изделиелары күргәҙмәһе-сауҙаһы асыла. Күргәҙмә сауҙа предприятиеларының һәм халыҡтың урындағы икмәк бешереү предприятиеларына ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға, ҡулланыусыларҙы икмәк-ҡалас изделиеларының ассортименты һәм икмәктең яңы сорттары менән таныштырыуға йүнәлтелгән.

Күләмле сарала Мәсетле районының төрлө милектәге барлыҡ икмәк бешереү предприятиелары һәм ойошмалары ҡатнаша.  Күргәҙмәгә килеүселәр урындағы етештереүселәрҙең яңы бешкән икмәк һәм икмәк-ҡалас изделиеларын тәмләп, теләгәнен һатып ала аласаҡ.  Дөйөм алғанда бында икмәк-ҡалас продукцияһының 100 төрө күрһәтелгән. «Ҡарағай» шифаханаһы» дәүләт унитар предприятиеһы, «Сәфиуллин» индивидуаль предприятиеһы, «Карина» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Етештереүсе» производство берекмәһе — ҡара икмәктең яңы сорттарын, ә «Ҡарағай» шифаханаһы йәнә ҡапҡа төрөлгән икмәк тәҡдим итә.

темалар: күргәҙмәләр