5 декабрь, Дүшәмбе

25 ғинуар 2011 йыл, 10:24

Башҡортостанда ҡазаға тарыусыларға ярҙам тураһында закон ҡабул ителәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда янғындан һәм башҡа төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күреүселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән закон барлыҡҡа килергә тейеш. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов ошондай инициатива менән сығыш яһаны. Президент әйтеүенсә,  «Европа» сауҙа үҙәгендәге янғын унда ошондай закон кәрәклеге тураһында фекер уятты.

Янғын ваҡытында ике кеше һәләк булды. Кескәй балалар етем ҡалды, әсә берҙән-бер ҡыҙын юғалтты. Һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә һәм башҡа зыян күреүселәргә компенсация түләнәсәк.

Әммә, Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, бөгөн проблеманы хәл итеү республикала янғындан йәки башҡа төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күреүселәргә компенсация түләү тәртибен регламентлаған закон булмауына килеп терәлә. Шуға күрә бындай ярҙам ошондай хәлдәр килеп тыуғас ҡына күрһәтелә. Һәм уны барыһы ла алмай.

— Мин тейешле саралар федераль кимәлдә ҡабул ителеүен көтмәҫкә һәм бындай осраҡтарҙа ярҙам күрһәтеү тәртибен регламентлаған республика законын әҙерләргә тәҡдим итәм, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бюджетта ошондай маҡсаттарға билдәле бер сумма һалынырға һәм бөтә зыян күреүселәргә компенсация күләме билдәләнергә тейеш.

Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, уның блогына йыш ҡына республиканың төрлө райондарынан янғындан зыян күреүселәр мөрәжәғәт итә. Улар муниципаль властарҙан ярҙам һорай, ләкин тегеләре, тейешле республика законы булмауға һылтанып, уларға ярҙам күрһәтеүҙән баш тарта. Тимәк, ундай закон барлыҡҡа килергә тейеш.