11 декабрь, Йәкшәмбе

25 ғинуар 2011 йыл, 9:12

Башҡортостанда ирекле янғын дружиналары булдырылыуы ихтимал

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда ирекле янғын дружиналары системаһын ойошторорға тәҡдим ителде. «Европа» сауҙа үҙәгендәге янғынға бәйле, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров оло быуын вәкилдәренә яҡшы таныш был структураны тергеҙеү инициативаһы менән сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, ирекле янғын хеҙмәтен ойоштороу тураһындағы федераль закон әлеге ваҡытта Дәүләт Думаһында тикшереү үтә. Ләкин тейешле закон инициативаһы төбәк кимәлендә лә бойомға ашырыла ала.

Бындай трагедиялар ҡабатланмаһын өсөн Юрий Пустовгаров ҡабул ителергә тейешле тағы бер нисә сараны әйтеп ишеттерҙе.

— Бөтә ҙур ойошмаларҙа даими эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙән янғын расчеттары ойошторорға, бизнес-үҙәктәрҙә тәмәке тартыуҙы тыйырға, йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына тағы ла ҡатыраҡ талаптар ҡуйырға, милек хужалары иҫәбенә республиканың 1000 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы бөтә объекттарында янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы штат берәмектәре индерергә кәрәк, — тине вице-премьер дүшәмбе көндө үткән БР Хөкүмәте ултырышында.    

Янғын хәүефһеҙлеге буйынса иң ябай шарттар ҙа ҡаралмаған ойошмаларҙың эшмәкәрлеген Юрий Пустовгаров туҡтатып торорға тәҡдим итте. Уның фекеренсә, штраф ҡына етмәй, сөнки милекселәргә, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә аҡса түгеү урынына, штраф түләүе еңелерәк.