Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Домодедово аэропортында шартлау

Йәмғиәт

Дүшәмбе, 24 ғинуарҙа, Домодедовола шартлау яңғыраны. Яҡынса версия буйынса, был теракт, һәләк булыусылар һәм яраланыусылар бар.

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев бөтә аэропорттарҙа һәм вокзалдарҙа айырым режим индерергә ҡушты, тип хәбәр итә ИТАР ТАСС агентлығы.

«Бөтә аэропорттарҙа һәм аэровокзалдарҙа, шулай уҡ ҙур транспорт үҙәктәрендә айырым режим индерергә кәрәк, — тип белдерҙе Дмитрий Медведев махсус кәңәшмәлә. —Левитинға һәм Эске эштәр министрлығына бөтә кәрәкле эштәрҙе үткәреү өсөн Федераль именлек хеҙмәте менән бергә тейешле процедуралар индерергә йөкмәтәм».  

Домодедово аэропортындағы теракт ваҡытында зыян күреүселәрҙең һәм һәләк булыусыларҙың туғандары өсөн "ҡыҙыу линия" телефоны асылды. Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Сербский исемендәге Социаль һәм суд психиатрияһы үҙәгендә психологик ярҙам телефоны эшләй: 8 (495) 637-70-70.

Домодедово аэропорты шулай уҡ аэропорттағы хәлде белешеү өсөн дә “ҡыҙыу линия” асты. Ҡыҙыу линия телефондары: 8 (495) 363-61-01, 8 (495) 662-82-47, 8 (495) 644-40-56.

Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 31 кеше теракт ҡорбандары булды (РИА Новости мәғлүмәттәре буйынса — 35 кеше), тағы 130-лап кеше зыян күрҙе, уларҙан 20-һе ауыр хәлдә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть