3 декабрь, Шәмбе

24 ғинуар 2011 йыл, 17:48

Янғында һәләк булыусылар ғаиләләренә 100-әр мең һум түләйәсәктәр

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң «Европа» сауҙа үҙәгендә янғын ваҡытында һәләк булыусылар ғаиләләренә 100-әр мең һум компенсация түләйәсәктәр. Ҡалған зыян күреүселәр 50-шәр мең һум аласаҡ. Был турала республика башлығы Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәте ултырышында хәбәр итте.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтә илгә яңғыраған Пермдәге «Хромая лошадь» клубында ошондай уҡ фажиғәнән һуң янғында һәләк булыусылар ғаиләләре край бюджетынан 100-әр мең һум аҡса алған. Әммә ул саҡта был ваҡиғаның киң резонанс алыуы менән бәйле, был ярҙамдан тыш, федераль бюджеттан өҫтәп 400-әр мең һум аҡса бүленә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Европа»ла янғын ваҡытында ике кеше һәләк булды —  әсәһе бер үҙе тәрбиәләгән 17 йәшлек ҡыҙ һәм 40 йәшлек ир, ә уның балиғ булмаған балалары, шул иҫәптән яңы тыуған сабыйы ҡалды.