5 декабрь, Дүшәмбе

24 ғинуар 2011 йыл, 17:07

Зарипов менән Михайлов икеһенә Вуокаттиҙа миҙалдарҙың ике тулы комплектын йыйҙы һәм өҫтәп ике алтын

автор: Дмитрий Слезин

Финляндияның Вуокаттиһында паралимпиясылар араһында саңғы уҙышы һәм биатлон буйынса донъя Кубогының I этабы тамамланды.

Башҡортостандан паралимпия чемпионы Ирек Зарипов биатлон-пасьютеҙа «бронза» менән сикләнде. Бында япон Козо Кубо беренсе булды, «көмөш»тө норвег Тругве Стейнар Ларсен яуланы.

Шулай итеп, был этапта рәсәйлеләр алған миҙалдарҙың һигеҙен Башҡортостан дуэты яуланы: дүрт «алтын» һәм бер «бронза» — Ирек Зариповта, ике «көмөш» һәм бер «бронза» наградалар — Кирилл Михайловта.