10 декабрь, Шәмбе

24 ғинуар 2011 йыл, 16:51

Хеҙмәт министрлығы балалар пособиелары түләү буйынса "ҡыҙыу линия" асты

автор: Сергей Захаров

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы балаға айлыҡ пособие тәғәйенләгәндә «БР-ҙа балаға айлыҡ пособие тураһында»ғы Законға индерелгән төҙәтмәләр менән билдәләнгән үҙгәрештәр тураһында аңлатма бирҙе, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтендә.  

Законға ярашлы, заявка биреүсенең һәм ғаилә ағзаларының килемдәрен раҫлаусы документтар тапшырғанда ғына пособие тәғәйенләнә.  

Балаға айлыҡ пособие 2010 йылдың 13 декабренә тиклем тәғәйенләнгән граждандарға ул быйыл ғинуарҙа һәм февралдә түләнәсәк. 1 марттан уны түләү туҡтатыласаҡ.

Әммә, әгәр балалар пособиеһы алыусы 2011 йылдың 31 майына тиклем йәшәгән урыны буйынса социаль яҡлау органына ғаиләһенең килемен раҫлаусы документтар килтерһә,  пособие түләү ҡайтанан тергеҙеләсәк.

Пособие алыуға хоҡуҡты 31 майҙан һуң раҫлаған осраҡта, ул уҙған ваҡыт өсөн дә түләнәсәк, ләкин документтарҙы килтергән айға тиклемге өс ай өсөн генә.  

Балаға пособие алыусыларға пособиеға һәм уны артабан түләүгә хоҡуҡты раҫлау өсөн бөтә һорауҙар менән халыҡты социаль яҡлау органдарына 2011 йылдың 1 мартынан һуң мөрәжәғәт итергә кәрәк.  

Шулай уҡ БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында килеп тыуған һорауҙарҙы аңлатыу өсөн «ҡыҙыу линия»  асылды.

Шылтыратыуҙар эш көндәрендә 18 сәғәткә тиклем 273-52-12 телефоны аша ҡабул ителә.  

темалар: социаль яҡлау