Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө дауаханаларында «Европа» сауҙа үҙәгендә янғын ваҡытында заян күргән 8 кеше ҡала

Йәмғиәт

Шәмбе, 22 ғинуарҙа, Өфөнөң «Европа» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә янғын сығыу һөҙөмтәһендә зыян күргән һигеҙ кеше дауаханаларҙа ҡала. Уларҙың алтауһы — 21-се ҡала клиник дауаханаһында, икәүһе 18-се ҡала клиник дауаханаһында кәрәкле медицина ярҙамы ала.  

21-се ҡала клиник дауаханаһында госпиталләштерелгәндәрҙең бишәүһе һөрөм менән ағыуланған. Умыртҡа бағанаһы һынған һәм башы менән бәрелгән пациент та ошонда. 18-се дауаханаға тәне янған һәм муйын, күкрәк ситлеге зарарланған пациенттар һалынған. Уларҙы дауалау Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаевтың шәхси контроленә алынған.  

Мәғлүм булыуынса, 22 ғинуарҙа Өфөнөң  «Европа» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә янғын сығып,  ике кеше һәләк була. Дүрт зыян күреүсегә амбулатор рәүештә медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть