Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә эшҡыуарҙар өсөн бушлай консультациялар үтәсәк

Иҡтисад

Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһе Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә Өфө эшҡыуарҙарын яҡын арала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бушлай дүрт консультация көтә. Улар эшҡыуарҙарҙың мәғлүмәтлелеген һәм юридик яҡтан белемен арттырыу маҡсатында ойошторола.  

26 ғинуарҙа «Реклама. Өфөлә хеҙмәт һәм тауарҙарҙы алға һөрөү» темаһына консультацияны «Респект» хоҡуҡ компанияһының бүлек начальнигы Эдуард Шәрәфетдинов үткәрәсәк.

3 февралдә «Респект» һөнәри белем биреү институтының коммерция директоры Вероника Воронина «Нисек яңы эш асырға» темаһына консультацияһын тәҡдим итә.

10 февралдә «Килешеүҙәрҙе нисек дөрөҫ төҙөргә» темаһына «БизнесЯрҙам» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең юрисконсульты Юлия Чебакова кәңәштәрен бирәсәк.

16 февралдә «Бизнес-партнер» компанияһы директоры урынбаҫары Диана Киселева «Һалым һалыуҙы оптималләштереү һәм бухгалтер иҫәп-хисабын алып барыуға сығымдарҙы кәметеү» темаһына мәғлүмәт бирәсәк.

Консультациялар 16 сәғәттән 18-гә тиклем үткәрелә. 241-47-44 телефоны аша алдан яҙылыу мотлаҡ. Офистың адресы: Өфө, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть