7 декабрь, Шаршамбы

24 ғинуар 2011 йыл, 12:58

Рөстәм Ишмөхәмәтов «Берҙәм Рәсәй»ҙең урындағы бүлексәләре менән таныша

автор: Марина Шумилова

«Берҙәм Рәсәй»ҙең Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов Стәрлетамаҡта һәм Ишембайҙа партияның урындағы бүлексәләре эше менән танышты.

— Әлеге ваҡытта партияның урындарҙағы бөтә бүлексәләренә лә ярҙам итергә кәрәк, алдағы һайлауҙарҙағы уңышыбыҙ күп осраҡта тап уларҙың эшенән тора, — тип билдәләне Рөстәм Ишмөхәмәтов.  — Беҙ партия бүлексәләре менән ай һайын селектор кәңәшмәләре үткәрергә планлаштырабыҙ. Был эшебеҙҙе һөҙөмтәлерәк башҡарырға мөмкинлек бирәсәк, нәтижәлә фирҡәнең бөтә проекттарын да Башҡортостанда уңышлы ғәмәлгә ашырыуға килтерәсәк һәм граждандарыбыҙҙың тормош сифатын ярайһы ныҡ яҡшыртасаҡ.  

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһына 2010 йылдың декабрь аҙағында тәғәйенләнгән Рөстәм Ишмөхәмәтов республикала урындағы бөтә партия бүлексәләре эшен тикшереп сығырға ниәтләй.

темалар: партиялар