Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә икенсел торлаҡҡа хаҡтар йыл башынан 2,1 процентҡа артҡан

Иҡтисад

Квадрат метрына 45,78 мең һум – Өфөләге икенсел торлаҡ баҙарында торлаҡҡа уртаса хаҡтар бөгөн ошо сумманы тәшкил итә. Йыл башынан алып был күрһәткес 2,1 процентҡа күтәрелгән.

Уҙған аҙнала хаҡтар 1,1 процентҡа күтәрелгән. Иң юғары үҫеш өс бүлмәле фатирҙар сегментында күҙәтелгән – плюс 1,4 процент. Ике бүлмәлеләр — 1,2 процентҡа, бер бүлмәле фатирҙар 0,8 процентҡа ҡыйбатланған. Күп бүлмәле фатирҙар категорияһындағы хаҡтар бер процентҡа артҡан.  

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова әйтеүенсә, бөгөн Өфөлә һатыуға ҡуйылған иң арзан өс бүлмәле фатир 800 меңгә тәҡдим ителә. Ул Карл Маркс урамында урынлашҡан, майҙаны — 45 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 16,5 миллион һумға һатыла: ағалы-энеле Кадомцевтар урамы, дүрт бүлмәле, 175 квадрат метр.

Бүлмәләр сегментында тәҡдим ителгән иң арзан хаҡ – 500 мең һум: Интернациональ урамы, 12,1 «квадрат». Иң юғары хаҡ – 1170 мең һум: Космонавтар урамы, 10,9 квадрат метр.

Әлеге ваҡытта һатылған иң ҡыйбат коттедж 20 миллионға тәҡдим ителә. Ул Аҡманайҙа урынлашҡан, майҙаны — 450 квадрат метр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть