Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Эшҡыуарҙар өсөн инвестиция проекттары конкурсы ойошторолдо

Иҡтисад

Өфөнөң бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү ҡала фонды быйыл 15 февралгә тиклем инвестиция проекттарының сираттағы конкурсын үткәрә. Конкурста еңеүселәр, займ договоры буйынса финанс ярҙамы алып, үҙ проекттарын ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге ала.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына займдар техник-иҡтисади нигеҙләү менән билдәләнгән маҡсаттарға йыллыҡ 16 процент ставкаһы буйынса ҡайтарып түләү нигеҙендә бирелә.  

Финанс ярҙамы иҡтисади эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө төрҙәрен үҫтереүгә бирелә. Уларға түбәндәгеләр инә: халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереү, эшкәртеү производстволары, ауыл хужалығы, урман хужалығы, төҙөлөш; автотранспорт сараларын, мотоциклдарҙы, көнкүреш изделиеларын һәм шәхси ҡулланыу предметтарын ремонтлау; ҡунаҡханалар һәм ресторандар; транспорт һәм элемтә; көнкүреш изделиелары һәм шәхси ҡулланыу предметтары прокаты; иҫәпләп сығарыу һәм информацион технологияларҙы файҙаланыу менән бәйле эшмәкәрлек; ғилми эшкәртмәләр, хеҙмәтләндереү төрҙәре күрһәтеү; финанс эшмәкәрлеге (микрофинанслау); мәғариф; һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү; халыҡ кәсептәре; башҡа төрлө коммуналь, социаль һәм персональ хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү.

Займдың срогы – ике йылға тиклем, суммаһы —100 меңдән 1,5 миллион һумға тиклем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть