Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөләге «Европа»лағы янғынды Хөкүмәт комиссияһы тикшерәсәк

Йәмғиәт

Өфөләге «Европа» сауҙа үҙәгендәге янғын сығыу сәбәптәрен тикшереү менән махсус Хөкүмәт комиссияһы шөғөлләнәсәк. Уға киләсәктә бындай һәләкәттәрҙе иҫкәртеү бурысы ла йөкмәтелгән. Комиссия төҙөү тураһында бойороҡҡа Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн ҡул ҡуйырға йыйына. Был турала ул «Йәнле журнал»дағы үҙ блогында хәбәр итте.

«Бөтә хеҙмәттәрҙең эше әүҙемләштереләсәк, бөтә етәкселәр һәм яуаплы кешеләр был өлкәлә етешһеҙлектәргә юл ҡуйыу ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихтималлығын яҡшы аңлағандыр, тип ышанам», — тип яҙҙы Президент.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ йәмәғәтселекте әүҙемерәк булырға һәм бындай һәләкәттәрҙе иҫкәртеүгә һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөүгә булышлыҡ итергә саҡырҙы. Ул республика халҡына халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙар тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғына түгел, уның шәхси блогына ла хәбәр итергә тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть