5 декабрь, Дүшәмбе

24 ғинуар 2011 йыл, 11:09

Хакимиәт авария хәлендәге йорттан унда йәшәүселәрҙе сығара алманы

автор: Ольга Мортазина

Өфөнөң Калинин райсуды ошо көндәрҙә бик һирәк була торған бер хәлде ҡараны. Район хакимиәте иҫке йорттан унда йәшәүселәрҙе сығарырға талап итеп дәғүә белдергән. Уларға төҙөкләндерелгән торлаҡ тәьмин ителгән, ләкин кешеләр был йомарт тәҡдим менән файҙаланыуҙан ҡәтғи баш тартҡан. Үҙ позицияһын улар ғаиләләрендә үҙ аллы йөрөй алмаған һәм даими врач күҙәтеүенә мохтаж булған өлкән йәштәге ҡатын йәшәүе менән аңлаттылар. Бирелгән фатир иһә бишенсе ҡатта урынлашҡан. Үҙ йорттарын өфөлөләр авария хәлендә тип иҫәпләмәй һәм икенсе торлаҡ алыуға бер ниндәй дәғүә белдермәй.  

Йорттоң авария хәлендә булыуы тураһында һығымта 1999 йылда төҙөлгән. Бөтә был ваҡыт эсендә йорт хужалары бер ниндәй ғәҙәттән тыш хәлһеҙ йәшәгән, тип хәбәр иттеләр Калинин прокуратураһында. Шуға күрә суд уларҙы яҡланы һәм район хакимиәте дәғүәһен кире ҡаҡты. Уның вәкиленә ҡабаттан тикшереү үткәрергә һәм, торлаҡтың авария хәлендә булыуы раҫланған осраҡта, ҡабаттан судҡа мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте.

темалар: иҫке торлаҡ