3 декабрь, Шәмбе

24 ғинуар 2011 йыл, 9:49

Өфөлә "Европа" сауҙа үҙәгендәге янғында икәү һәләк булды, унлап кеше зыян күрҙе

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

Шәмбе көнө Өфөләге "Европа" сауҙа үҙәгендә сыҡҡан янғында ике кеше һәләк булды һәм унға яҡыны зыян күрҙе. Ут бинаның икенсе һәм өсөнсө ҡаттарын ялмап алды, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығында.

Октябрь проспектындағы "Европа"сауҙа-күңел асыу үҙәгендә урындағы ваҡыт менән киске сәғәт алтынсыла янғын сыға. Унда 20 янғын расчеты (70-ләп кеше) эшләй, 27 техника берәмеге йәлеп ителә. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре һәм килеүселәр кисекмәҫтән эвакуациялана.

Был хәлде күреүселәр үҙәк бинаһында көслө шартлау ишетеүҙәре хаҡында һөйләй, ләкин аныҡ ҡына урыны аңлашылмай. Ошонан һуң янғын башлана, бина тәҙрәләренән ут һәм төтөн урғыла.  

"Европа" сауҙа-күңел асыу үҙәге Өфөнөң уртаһында урынлашҡан (“тимер юл дауаханаһы” туҡталышы), унда ресторандар, магазиндар, төнгө клубтар, офис биналары урын алған. Бинанан алыҫ түгел — автозаправка станцияһы.

Янғын шәүләһе күрше биҫтәләрҙән дә күренә, төтөн еҫе тирә-яҡҡа тарала.

Һәләкәт урынына республика Президенты Рөстәм Хәмитов килә, ул БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығы етәкселәренең докладын ҡабул итә һәм зыян күреүселәргә ярҙам ойоштороу тураһында тейешле бойороҡтар бирә.  

Һәләкәт урынында көнкүреш газы шартлауы тураһында версия ишетелә.

Янғын бер аҙ һүрелгәс, урындағы ваҡыт менән 20 сәғәттәр тирәһендә бинаға ҡотҡарыу кәрәк-яраҡтары, баллондар менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре үтә.

Зыян күреүселәр 21-се һәм 18-се дауаханаларға, шулай уҡ 22-се ашығыс ярҙам дауаханаһына оҙатыла.  22 сәғәт 40 минутҡа төрлө дауалау-профилактика учреждениеларына оҙатылған кешеләр һаны унға етә. Уларҙың алтауһы ауыр һәм уртаса хәлдә. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов 21-се дауаханаға килеп, уларҙың хәлен белеште.

темалар: янғындар