4 декабрь, Йәкшәмбе

24 ғинуар 2011 йыл, 9:23

Төшкө ялда водитель мәк һаламы менән «туҡланған»

автор: Ольга Мортазина

Октябрьский ҡалаһының Наркоконтроль бүлеге телефон аша «Башавтотранс» водителенең эш ваҡытында наркотиктар ҡулланыуы хаҡында мәғлүмәт ала. Көн һайын төшкө ялда ул бер үк фатирға йөрөй. Наркополиция мәғлүмәтте тикшерә һәм ул раҫлана. 33 йәшлек водителде наркопритонда ҡулға алалар һәм тикшерәләр. Ул мәк һаламы экстрактын ҡулланыуын йәшереп тормай. Ир-егеттең наркотиктарҙы 15 йыл дауамында ҡулланыуы асыҡлана. Үткән йылдан башлап ул йәмәғәт транспортында водитель булып эшләй. Әлеге ваҡытта наркоманды административ яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһе хәл ителә, тип хәбәр иттеләр БР Наркоконтроленең матбуғат хеҙмәтенән. Әйткәндәй, Наркополиция менән Дәүләт автоинспекцияһы 2010 йылда руль артында ултырған наркотиктан иҫергән 107 водителде яуаплылыҡҡа тарттырған.

темалар: наркотиктар