11 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2011 йыл, 17:58

Мәҙәниәт проблемалары буйынса йәмәғәт профессиональ советы төҙөләсәк

автор: Руфина Хананова | фото: Андрей Старостин

21 ғинуарҙа Конгресс-холда икенсе түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫеше проблемаларын тикшерҙе. Өҫтөнлөклө темаларҙың береһе булып Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында йәмәғәт профессиональ советы ойоштороу торҙо.

— Йәмәғәт профессиональ советын ойоштороу бөгөнгө көндә төп бурыс булып тора. Беҙгә власть структуралары менән үҙ-ара ярашып эш итеүсе система кәрәк, — тине Башҡортостан Президентының мәҙәниәт буйынса советнигы Олег Кирәев.

Ултырышта йәмәғәт профессиональ советы составына инәсәк эшсе төркөм һайланды. Был төркөмгә 20 кеше инде. Улар араһында рәссамдар, дизайнерҙар, скульпторҙар, галереялар вәкилдәре. Йәмәғәт советының маҡсаты министрлыҡҡа һынлы сәнғәт өлкәһендәге хәлде яҡшыраҡ аңларға, яңы идеялар һәм проекттар тыуҙырырға, мәҙәниәт өлкәһендәге проблемаларҙы, шул иҫәптән финанс яғынан да, хәл итеүҙең һөҙөмтәле юлдарын табырға ярҙам итеүгә ҡайтып ҡала. Тап йәмәғәт советы положениелар, программалар, рекомендациялар эшкәртәсәк һәм уларҙы хөкүмәт органдарына йүнәлтәсәк.

Төп мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һынлы сәнғәт өлкәһендәге проблемалар буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын өйрәтеү мөмкинлеге аласаҡ. Гоголь урамында ҙур мәҙәниәт комплексы төҙөү мөмкинлеге хаҡында ла һүҙ алып барылды, ул бер-береһенән алыҫ урынлашмаған бер нисә галереяны үҙ эсенә индерер ине.

Мәҙәниәт буйынса ойошторолған йәмәғәт профессиональ советы бөгөнгө көндә һынлы сәнғәт өлкәһендә килеп тыуған проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итергә тейеш.