4 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2011 йыл, 17:25

Миәкә районы дауаханаһы ярайһы уҡ дәүләт ярҙамы алды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш райондары буйлап эш сәфәре барышында республика башлығы Рөстәм Хәмитов Миәкә районы Үҙәк район дауаханаһында булды.

Дауаханала тәүлек әйләнәһенә дауаланыусылар өсөн —185 һәм көндөҙ килеп дауаланыусылар өсөн 50 койка-урын бар. Районда бөтәһе –  биш ауыл врач амбулаторияһы һәм 46 фельдшер-акушер пункты. Бөтә амбулаториялар һәм поликлиника сменаһына 480 ауырыуҙы ҡабул итә ала.

Дауалау учреждениеһында 59 врач һәм 260 урта медицина хеҙмәткәре эшләй. 2009 йылда Үҙәк район дауаханаһының 50 койкалыҡ яңы дауалау корпусы сафҡа индерелә. 37 миллион һумдан ашыуға дауалау-диагностика ҡорамалдары һәм йыһаз алына. Һаулыҡ һаҡлау объекттарын реконструкциялауға һәм капиталь ремонтлауға 64 миллион һум самаһы аҡса тотонола. Республика бюджетынан 60 миллион һум алына. Дауахана территорияһын төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарыла.

Президент палаталарҙы ҡарап сыҡты, пациенттарға тиҙерәк һауығыуҙарын теләне.