Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө трикотаж фабрикаһы Мәскәүҙә йәрминкәлә ҡатнаша

Иҡтисад

15 — 18 февралдә Мәскәүҙә, Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәге павильондарында, «Текстильлегпром» Федераль текстиль һәм еңел сәнәғәт тауарҙары һәм ҡорамалдары күмәртә йәрминкәһе үтәсәк. Был экспофорум Рәсәй тауар етештереүселәре өсөн иң әһәмиәтлеләрҙең береһе иҫәпләнә.

Башҡортостан Республикаһының еңел сәнәғәтен йәрминкәлә заманса материалдарҙан изделиеларҙың киң ассортиментын сығарыусы Өфө трикотаж фабрикаһы күрһәтәсәк. Күптән түгел бында Stoll немец фирмаһының унынсы кластағы 12 яңы бәйләү машинаһы ҡуйылды.  

Яңы ҡорамал арҡаһында Өфөләге трикотаж фабрикаһының донъя күләмендәге иң яҡшы өлгөләр кимәлендә продукция сығарыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть