3 декабрь, Шәмбе

21 ғинуар 2011 йыл, 16:50

Дәүләт заказдар комитеты коллегияһы составы раҫланды

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президенты бойороғо менән республиканың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты коллегияһы составы раҫланды.

Уға 14 кеше инде. Улар араһында Президент Хакимиәте һәм Хөкүмәт Аппараты, Финанс министрлығы, Иҡтисади үҫеш министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Өфө хакимиәте, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы вәкилдәре, Силәбе һәм Һамар өлкәләренең дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса вәкәләтле органдар вәкилдәре.

Коллегияны БР Дәүләт заказдар комитеты рәйесе Сергей Новиков етәкләй, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.