11 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2011 йыл, 16:29

Берлинда «Йәшел аҙна» күргәҙмәһе асыла

автор: Ғәлиә Нәбиева

БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко етәкселегендә республиканың рәсми делегацияһы 21 ғинуарҙа «Йәшел аҙна» күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн Берлинға осто.

21 ғинуарҙан 30-на тиклем Германия баш ҡалаһы тағы ла ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек тауарҙары етештереү һәм баҡсасылыҡ өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙың бөтә донъя күргәҙмәһе урынына әйләнәсәк. «Йәшел аҙна» Халыҡ-ара күргәҙмәһендә һәр ваҡыттағыса аҙыҡ-түлек, урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте, ландшафт хужалығы һәм баҡсасылыҡ, мал һәм ҡош-ҡортто үрсетеү һәм үҫтереү технологиялары күрһәтелә.

Рәсәй Берлин йәрминкәһендә 16 йыл инде даими ҡатнашып килә, Башҡортостан 2011 йылда «Йәшел аҙна»ла етенсе тапҡырына ҡатнаша. Быйыл Рәсәй экспозицияһына традицион рәүештә 6000 квадрат метр майҙанлыҡ айырым павильон бүленгән. Башҡортостан аграрийҙары ла ошонда урын аласаҡ.

22 ғинуарға кооперация форумында (һөйләшеүҙәр бизнес-зонаһы), ауыл хужалығы министрҙарының «Сауҙа һәм донъя халыҡтарын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү: глобаль, төбәк һәм локаль кимәлдәр» халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашыу планлаштырылған. Ошо уҡ көндө Мордовия Республикаһын, Ямал-Ненец автономиялы округын, Киров өлкәһен презентациялау үткәрелә, шулай уҡ ауыл хужалығы министрҙарының Берлин аграр саммиты үтәсәк.

Башҡортостандың күргәҙмәлә ҡатнашыуының төп маҡсаттары – сит ил инвесторҙарының иғтибарын йәлеп итеү, төбәк етештереүселәренеү продукцияһын сит ил баҙарҙарына сығарыу, ҡатнашыусы предприятиеларҙың: «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы һәм «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эшлекле бәйләнештәрен киңәйтеү.