3 декабрь, Шәмбе

21 ғинуар 2011 йыл, 15:48

Башҡортостанды Ҡытай фестиваленә саҡырҙылар

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостандан делегацияны 2011 йылдың сентябрь – декабрендә Ҡытайҙа Гуанжчоу ҡалаһында Синхай консерваторияһы базаһында үтәсәк «Musik EXPO» Икенсе музыка фестивалендә ҡатнашырға саҡырҙылар. Был турала РФ Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге Вәкиллегенең беренсе секретары Венер Ғәлиәкбәров хәбәр итте.

— Фестивалдә ҡатнашыуға рәсми саҡырыу беҙгә Гуанчжоуҙағы Рәсәй Генераль консуллығынан килде, — тине ул. – Консуллыҡҡа үҙ сиратында Синхай консерваторияһы ҡарамағындағы Мәҙәни һәм художество алмашыу үҙәге етәкселеге мөрәжәғәт иткән. Сараны ойоштороусылар консуллыҡтары Гуанчжоу территорияһында аккредитацияланған 38 дәүләт вәкилен саҡырырға теләй. Шул рәүешле төрлө халыҡтар, беренсе сиратта музыка өлкәһендә, үҙ мәҙәни традицияларын күрһәтә аласаҡ.  

Фестиваль сиктәрендә музыкаль концерттар, күргәҙмәләр, сит ил студенттары өсөн белем биреү хеҙмәтләндереүҙәре тәҡдим итеүсе милли вуздарҙы презентациялау планлаштырылған.

Фестивалдең мәҙәни йүнәлеше был сара ярҙамында эшлекле бәйләнештәрҙе үҫтереү мөмкинлеген дә күҙ уңында тота. Мәҫәлән, Башҡортостандың фестивалдә ҡатнашыуы төбәгебеҙҙең сауҙа-иҡтисади презентацияһы менән берләштерелеүе ихтимал. Бындай сара Ҡытайҙың көньяҡ провинцияларының эшлекле даирәләре араһында ҡыҙыҡһыныу уятыр, был республикабыҙҙың был ил менән хеҙмәттәшлеген нығытырға булышлыҡ итер ине.