Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Паралимпия үҙәге төҙөүгә ике миллиард 300 миллион һум аҡса бүленәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин Өфөлә Паралимпия үҙәге төҙөүгә арналған кәңәшмә үткәрҙе.

Йәштәр-спорт ведомствоһы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, кәңәшмәлә «Башкиргражданпроект» Проект институтының баш архитекторы Илдар Ибраһимов, Өфө ҡалаһының инвалидтар спорт клубы президенты Геннадий Дементьев, «Факел» инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Марат Йосопов, «Иҙел» инвалидтар клубы физкультура-спорт йәмғиәте рәйесе Фәнил Ғабдуллин һәм башҡалар ҡатнашты.

— Спортсы-паралимпиясыларыбыҙҙың уңыштары арҡаһында һәм Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы инициативаһы менән бөтә Рәсәй өсөн уникаль Паралимпия спорты үҙәген беҙҙең респубикала төҙөү хоҡуғын яуланыҡ, – тине кәңәшмәлә Никерин. — Бында спортсылар әҙерләү һәм республика, бөтә Рәсәй кимәлендәге саралар үткәреү өсөн бөтә шарттар булдырыласаҡ.

Проектҡа ярашлы, Үҙәктә бер нисә объект — бассейн, спорт күрһәтеү һәм врач-тергеҙеү комплекстары, ҡунаҡхана, кафе һәм спорт ядроһы буласаҡ.

— Төҙөлөшкә ике миллиард 300 миллион һум аҡса һалырға планлаштырыла, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Александр Павлович. — Паралимпия үҙәген Киров районында, аэропорт яғында төҙөргә ҡарар ителде, ә элек планлаштырылғанса Затон биҫтәһендә түгел.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть