4 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2011 йыл, 13:07

Раевкаға яңы мәктәп кәрәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

2014 йылда Әлшәй районында «Башҡорт бройлеры» ҡошсолок комплексы барлыҡҡа килергә тейеш. Төҙөлөштөң беренсе этабы былтыр тамамланды. Объект төҙөлгән урында йома көнө, 21 ғинуарҙа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов булып китте.

Проекттың беренсе сиратының дөйөм хаҡы 914,5 миллион һум тәшкил итә. 2010 йылда 24 миллион һумлыҡ эштәр башҡарылған. Ә бөтә проекттың дөйөм хаҡы — 8,2 миллиард һум самаһы. Ҡошсолоҡ комплексы йылына 90 миллион йомортҡа һәм 90 мең тонна бройлер ите етештерергә тейеш.

Объект етәксеһе Игорь Русаковтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был проект үҙенең технологияһы буйынса ла, биләгән урыны буйынса ла уникаль: ул асыҡ яланда төҙөлә. Быйыл тәүге йомортҡалар алыу планлаштырылған.

Төҙөлөүсе объектта булып, Президент:

— Комплексҡа эшләү өсөн шарттарҙы яҡшыртасаҡбыҙ. Атап әйткәндә, юлды тәртипкә килтерәсәкбеҙ, – тип билдәләне.

Игорь Русаковҡа Рөстәм Хәмитов килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәтһен өсөн БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабановҡа мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте.

Башҡортостан Президенты Әлшәй районы буйлап эш сәфәре барышында Раевка ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә булды.

Мәктәп бай тарихҡа эйә: Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәп бинаһында эвакогоспиталь урынлашҡан булған. Быйылғы уҡыу йылында мәктәптә 561 бала уҡый. Класс-комплекттарҙың дөйөм һаны — 30. Демографик хәл яҡшырыу менән бәйле уҡыусылар һаны артыуы көтөлә.  

Мәктәп бинаһы ике ҡатлы, стеналары һәм нигеҙе таштан, ҡат араһындағы түшәмдәр ағастан. Бында бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Ҡат араһындағы түшәмдәр ныҡ туҙған. Район хакимиәте, яңы мәктәп бинаһы төҙөргә кәрәк, тип иҫәпләй.

Президент был фекер менән килеште. Ул кластарҙы, спорт залын, ашхананы ҡарап сыҡты, уҡыусылар һәм мәктәп психологы менән аралашты. Һуңынан музей журналында иҫтәлекле яҙыу ҡалдырҙы.

Әйтергә кәрәк, мәктәптең матди-техник базаһы ҡәнәғәтләнерлек. Уҡыусылар китаптар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Бөтәһе 28 уҡыу кабинеты, 100  урынлыҡ йыйылыштар залы, медицина кабинеты, компьютер класы бар. Уҡыусыларға яҡшы, төплө белем бирелә: һуңғы йылдарҙа мәктәпте тамамлаусыларҙың 70-80 проценты юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә.