11 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2011 йыл, 12:30

Башҡортостан паралимпиясылары биатлон һәм саңғы уҙыштары буйынса донъя Кубогында ете миҙал яуланы

автор: Дмитрий Слезин

Финляндияның  Вуокаттиһында паралимпиясылар араһында саңғы уҙыштары һәм биатлон буйынса IPC донъя Кубогы дауам итә.

Көн элгәре оҙон дистанцияла саңғы ярышы тамамланды һәм унда Башҡортостандың паралимпия чемпионы Ирек Зарипов еңде. «Көмөш» менән, икенсе урында — уның яҡташы Кирилл Михайлов.

Рәсәйлеләр яулаған миҙалдарҙың (биш «алтын», ике «көмөш» һәм ике «бронза») етәүһен Башҡортостан дуэты алды: Ирек Зариповта дүрт «алтын», ике «көмөш» һәм бер «бронза» награда — Кирилл Михайловта.

Шәмбе, 22 ғинуарҙа, Вуокаттила биатлон-пасьют үтәсәк, ә 23 ғинуарҙа -  биатлон-спринт.