10 декабрь, Шәмбе

21 ғинуар 2011 йыл, 11:38

Халыҡҡа – бушлай юридик ярҙам

автор: Анжелика Ғиззәтуллина

Ир һәм ҡатын мөнәсәбәттәре өҙөлөүенең хоҡуҡи эҙемтәләре ниндәй – йыйған донъяны һәм балаларҙы нисек бүлергә? Күп фатирлы йорттарҙың тышҡы косметик ремонтына был йортта йәшәүселәр ниңә үҙҙәре түләй? Һыу кранын ябырға онотҡан күршеләрҙән ремонт өсөн түләүҙәрен талап итеп буламы? Көндәлек тормошта тыуып торған ошо һәм башҡа һорауҙарға «Версия Башкортостана» ижтимағи-хоҡуҡи аҙналығы редакцияһында гәзит ҡунаҡтары – адвокаттар, прокурорҙар, һәр төрлө ведомстволар хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.

Шишәмбе, 25 ғинуарҙа, БР Прокуратураһы Енәйәт-процессуаль һәм оператив-тикшереү эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса идаралығының 1-се бүлеге өлкән прокуроры Азат Рәхмәтуллин телефон аша тиҙ хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк.  

Хеҙмәт бушлай һәм уның менән мохтаж булғандарҙың барыһы ла ҡуллана ала.  Бының өсөн 15 сәғәттән 17-гә тиклем (8-347) 272-79-16 телефонына шылтыратырға кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был даими рубрика, граждандар менән аралашыу айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе үтә.  

«Ҡыҙыу линия»ға мөрәжәғәттәр һәр ваҡыт бик күп һорауҙарҙы үҙ эсенә ала. Ике сәғәт дауамында ҡабул ителгән һорауҙарға яуаптар «Версия Башкортостана» гәзитенең киләһе һандарында баҫылып сыға.

Шулай уҡ һорауығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә урынлаштырылған купонға яҙып ебәрә алаһығыҙ – яуап гәзиттең йәнә бер даими рубрикаһы — “Һеҙҙең хоҡуғығыҙ” ("Ваше право") битендә баҫылып сығасаҡ.