5 декабрь, Дүшәмбе

21 ғинуар 2011 йыл, 11:34

Башҡортостанда һаҡланған тәбиғәт территориялары булдырыу – зарури

автор: Марина Чепикова

2011 йылдың башы Башҡортостанда мөһим экологик яңылыҡ менән билдәләнде – күптән көтөлгән «Ирәмәл» уникаль тәбиғәт паркы рәсми раҫланды. Был парк проекты тағы ла өс һаҡланған тәбиғәт территорияһы («Ҡырҡты», «Ағиҙел», «Ирәндек») иҫәбендә төҙөлдө. Улар буйынса ҡарар әлегә ҡабул ителмәгән. Ләкин эш урынынан ҡуҙғалды — яңы һаҡланған тәбиғәт территориялары булдырыу идеяһы бынан туғыҙ йыл элек үк тыуғайны.

2002 йылдан башлап Башҡортостан  Республикаһында һаҡланған тәбиғәт территориялары системаһын ойоштороу буйынса саралар тормошҡа ашырыла. Ерҙәргә “һаҡланған” статусы биреү – ул экологтар уйлап сығарған нәмә, айырым бер шәхестәрҙең ахмаҡлығы түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был уникаль тәбиғәт өйкөмдәрен һүҙҙең тура мәғәнәһендә киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу зарурлығы. Был турала былтыр декабрҙә Өфөлә «Ер-милек мөнәсәбәттәрен үҫтереү һәм камиллаштырыу төбәк проблемалары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында һүҙ алып барылды.