3 декабрь, Шәмбе

21 ғинуар 2011 йыл, 11:10

Башҡортостан Президенты Әлшәй эшҡыуары Ринат Зариповтың инициативаһын баһаланы

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Әлшәй районы буйлап бөгөнгө эш сәфәре барышында индивидуаль эшҡыуар Ринат Зариповтың предприятиеһы менән танышты.

Бәләкәй предприятие икмәк-күмәс һәм кондитер изделиелары етештереүҙә махсуслашҡан. Эшҡыуар Ринат Зарипов үҙенең эшмәкәрлеген, Шафран урта мәктәбенең ашханаһын ҡуртымға алып, 2000 йылда башлаған. 2006 йылда үҙенең средстволары иҫәбенә ул  әүәлге «Уралмонтаж» предприятиеһының бинаһын һатып ала. Унда реконструкция үткәрелә, һуңынан ҡорамалдар һатып алына, биләмәһе төҙөкләндерелә. Был объект асылғандан һуң ассортимент та, етештерелгән продукция күләме лә һиҙелерлек арта.

Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса 3800 мең һум суммаға 200 тоннанан ашыу икмәк һәм икмәк-булка изделиелары сығарылған. Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса тупланма бюджетҡа 170 мең һум күсерелгән. Үткән йылда дөйөм майҙаны 320 квадрат метрлыҡ ике ҡатлы төкәтмә төҙөлөшө тамамланған һәм унда кондитер изделиелары етештереү буйынса цех асылған. Бының өсөн 3,5 миллион һумдан ашыу суммаға ҡорамалдар һатып алынған.

Әлеге ваҡытта Зарипов индивидуаль предприятиеһы алты төр кондитер изделиелары сығара. Үҙенең продукцияһын һатыу өсөн магазин төҙөлөшө планлаштырылған.

Республика башлығы ҡыҙыҡһыныу менән етештереү линияһын ҡарап сыҡты һәм, отҡорлоҡ һәм йүнселлек күрһәтеп, Ринат Зарипов үҙ көсө менән бик яҡшы предприятие булдырған, тип билдәләне.