11 декабрь, Йәкшәмбе

21 ғинуар 2011 йыл, 10:21

Бизнес-инкубаторҙарҙа яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарға үҫеү өсөн шарттар булдырыла

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанда бизнес-инкубаторҙар һөҙөмтәлерәк эшләй башланы. Былтыр уҙған осорҙар менән сағыштырғанда республиканың бизнес-инкубаторҙарындағы резиденттарҙан төрлө кимәлдәге бюджеттарға һалым керемдәре артыуы күҙәтелде. Был турала БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.  

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда өс бизнес-инкубатор эшләй — Салауат, Сибай һәм Октябрьский ҡалаларында. Уларҙың төп маҡсаты булып бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына аяҡҡа баҫыу осоронда ярҙам итеү өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыу тора.

Әлеге ваҡытҡа бизнес-инкубаторҙарҙа 187 резидент урынлаштырылған, улар 1096 эш урыны ойошторған. Бында эшҡыуарҙар производство, агросәнәғәт эшмәкәрлеге өлкәһендә мәшғүл, проект-эҙләнеү, клининг хеҙмәтләндереүе һәм башҡа эш төрҙәрен алып бара. Үҙ бизнесын яйға һалғас, улар «кескәйҙәр» партияһы өсөн урын бушата.