7 декабрь, Шаршамбы

21 ғинуар 2011 йыл, 10:15

2011 йылғы сәсеү кампанияһын үткәреү буйынса штаб ойошторолдо

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен координациялау буйынса штаб булдырылды. Штаб 2011 йылғы сәсеү кампанияһын ойошҡан рәүештә һәм сифатлы итеп үткәреү, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған граждандарға практик ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторолған. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев етәкләй. Штаб составына министр урынбаҫарҙары, был мөһим кампанияны үткәреүгә туранан-тура ҡатнашлығы булған, ошо ведомствоға ҡараған ойошмалар етәкселәре инде.

Оператив штабтың республиканың башҡарма власть органдары, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренең 2011 йылғы яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса эшмәкәрлеген координациялау буйынса эш планы әҙерләнгән һәм раҫланған. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Валентина Әптекәева әйтеүенсә, план өс этаптан тора. Беренсеһе матди-техник базаны һәм ресурстар тәьминәтен әҙерләү менән бәйле. Икенсе этап – «Яҙғы сәсеү эштәрен башлау һәм үткәреү». Һәм һуңғыһы — уны тамамлау, яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһау.  

Ошо арала уҡ штаб 2011 йылға сәсеү майҙандары структураһын раҫлаясаҡ. Республика ауыл хужалығы етештереүселәрен орлоҡ материалы, минераль ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү буйынса саралар күреләсәк. Яҙғы баҫыу эштәрендә хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү һәм матди яҡтан дәртләндереү буйынса рекомендациялар биреләсәк.