5 декабрь, Дүшәмбе

21 ғинуар 2011 йыл, 9:43

Рөстәм Хәмитов «Чернобыль» Союзы етәксеһе менән осрашты

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 20 ғинуарҙа Республика Йортонда «Чернобыль» Союзы президенты Вячеслав Гришин менән осрашты.

Был дөйөм Рәсәй союзы етәксеһенең Өфөгә килеүе Чернобыль АЭС-ындағы аварияға быйыл 25 йыл тулыу менән бәйләнгән.

— Беҙ Президент менән республиканан Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәйкәл ҡуйыу кәрәклеге хаҡында һөйләштек, — тип билдәләне Вячеслав Гришин. – Был Башҡортостанда аварияның 25 йыллығына арналған сараларҙы әҙерләү планына индерелер, тип ышанам.

Осрашыуҙа чернобылселәрҙе социаль тәьмин итеү мәсьәләһе лә күтәрелде.  

«Чернобыль» Союзы етәксеһе әйтеүенсә, Рөстәм Хәмитов инвалид-ликвидаторҙарға ярҙам итергә һәм уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар күрергә вәғәҙә итте. Чернобылселәргә ҡарата дәүләт йөкләмәләре республикала тулыһынса үтәләсәк.  

Башҡортостанда Чернобыль фажиғәһе һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү һөҙөмтәһендә зыян күргән өс меңдән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың һәр дүртенсеһе — инвалид.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Чернобыль атом электростанцияһында 1986 йылдың 26 апрелендә дүртенсе энергоблок емерелеү эҙемтәһендә авария булды.