10 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2011 йыл, 17:10

Алтын «Ирәндек айыуы» Башҡортостандың Милли музейында һаҡланасаҡ

автор: Светлана Ғәфүрова

Кесе йома, 21 ғинуарҙа, Өфөлә үҙенсәлекле алтын самородогын Башҡортостандың Милли банкынан республика Милли музейына тапшырыу тантанаһы үтте.

4 килограмм 788 грамм ауырлығындағы алтын самородогы формаһы буйынса айыуҙы хәтерләтә һәм алты миллион һумлыҡ тип баһалана. Уны 1992 йылда «Баймаҡ» совхозы механизаторы Күсәй ауылы эргәһендә Ирәндек тауҙарының көнсығыш армытында табып ала, шуға ла «ирәндек» исеме ала.  

Тракторсы самородокты ерҙән 30 сантиметр тәрәнлектән һабаны менән аҡтарып сығара. Ике аҙна тирәһе ул уны үҙе менән йөрөтә, һуңынан табышты участка милиционеры күреп ҡалып, алтынды дәүләткә тапшыра. 1992 йылдан самородок БР Милли банкында һаҡлана һәм республика Финанс министрлығына ҡарай.

Легенда буйынса, башҡорттар ылау менән уны урыҫ батшаһы Иван Грозныйға бүләк итеү өсөн алып китеп барған. Ләкин ылауға юлбаҫарҙар һөжүм итә, һәм уҡсыларҙың береһе алтынды ергә күмергә өлгөрә, бында ул 436 йыл буйына ятҡан.

Бөгөн БР финанс министры Рузалия Хисмәтуллина Башҡортостандың ете мөғжизәһе исемлегенә ингән «Ирәндек айыуы»н БР мәҙәниәт министры Асҡар Абдразаковҡа тапшырҙы. Был яғына ҡойолма Милли музейҙа һаҡланасаҡ һәм республиканың һәм бөтә Рәсәйҙең милли ҡаҙанышы булараҡ, бөтә халыҡҡа күрһәтеү өсөн ҡуйыласаҡ.