Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

90-сы йылдарҙа отставкаға китеүселәр 2012 йылда фатир аласаҡ

Йәмғиәт

90-сы йылдарҙа хәрби хеҙмәттән отставкаға ебәрелгән һәм торлаҡ менән тәьмин ителмәгән бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәргә, әгәр быйыл йыл аҙағына тиклем булмаһа, киләһе йыл башында фатирҙар биреләсәк, тип белдерҙе Ново-Огарёвола ветерандар берләшмәләре башлыҡтары менән осрашыуҙа Рәсәй Премьер-министры Владимир Путин.

Ул шулай уҡ 2012 йылдан хәрби пенсиялар һиҙелерлек артасаҡ, тип вәғәҙә итте.

Премьер-министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, элекке хәрби хеҙмәткәрҙәргә социаль гарантияларҙы бойомға ашырыуға контроллек итеүҙе, ветерандарға ҡарата закондарҙы камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индереүҙе, отставкаға сығыусыларға йүнәлтелгән профилле проекттарҙы һәм программаларҙы оҙатыуҙы Ветерандар эштәре буйынса совет ғәмәлгә ашырасаҡ. Был Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағында ойошторолоусы яңы орган. Уға, Оборона министрлығын индереп, ҡайһы бер министрлыҡтарҙың ветерандар берләшмәләре вәкилдәре инәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть