3 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2011 йыл, 15:40

Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Сибайға бара

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова 21 ғинуарҙа Сибайға барасаҡ.

Сибай хакимиәтенең мәғлүмәт–аналитика бүлеге начальнигы Рәсүл Байгилдиндың хәбәр итеүенсә, омбудсмен Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенең «Өмөт» кризис үҙәген асыуҙа ҡатнашасаҡ. Был ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам бүлеге ҡарамағындағы өс кешелек бүлмә буласаҡ. Кризис үҙәгенә балалары менән ҡатындар мөрәжәғәт итә аласаҡ.

Лилиә Ғүмәрованың «Балаларҙы йәберләүҙән яҡлау проблемалары» тип аталған түңәрәк өҫтәл ултырышында ҡатнашыуы ла көтөлә. Сибайға сәфәре барышында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итәсәк һәм йәштәр менән эшләгән ҡала белгестәре менән осрашасаҡ.

— Ҡала округының балалар учреждениелары эше менән танышыу ҙа планлаштырыла, — ти Рәсүл Байгилдин. – Шулай уҡ ҡунағыбыҙға күптән түгел асылған Боҙ һарайын күрһәтәсәкбеҙ.