3 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2011 йыл, 15:37

Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ тураһында закон әҙерләнә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ тураһында республика законы әҙерләнә. Тормоштоң төрлө өлкәләрендә власть һәм бизнестың үҙ-ара конструктив эш итеү механизмы булараҡ уның зарурлығы тураһында республикала күптән инде һүҙ алып барыла. Эксперттар фекеренсә, бындай партнерлыҡ һөҙөмтәләре иҡтисади-социаль мөнәсәбәттәрҙә, сәйәсәттә, транспорт, инженер, энергетика, коммуналь һәм башҡа инфраструктураларҙа, фәндә һәм мәҙәниәттә айырыуса һиҙелерлек буласаҡ. Дәүләттең шәхси бизнес менән бындай үҙ-ара хеҙмәттәшлеге бөгөн – йәмғиәтте инновацион үҙгәртеп ҡороуҙың төп компоненты.

Иҡтисад һәм дәүләт идаралығы өлкәһендә партнерлыҡтың төп формаларына белгестәр дәүләт контракттарын, ҡуртым мөнәсәбәттәрен, дәүләт-шәхси предприятиеларҙы, продукцияны бүлешеү тураһында килешеүҙәрҙе, концессион килешеүҙәрҙе индерә.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Башҡортостан Республикаһының дәүләт-шәхси партнерлыҡта ҡатнашыуы тураһында» БР Законы проекты БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты ҡарауына сығарылды. Комитет ултырышында БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев ҡатнашты һәм ҡабул ителгән документтың әһәмиәтен арттырырлыҡ тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Шуға бәйле, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, закон проектын еренә еткереп эшләргә ҡарар ителде.