5 декабрь, Дүшәмбе

20 ғинуар 2011 йыл, 15:14

БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбендә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт торлаҡ инспекцияһы уҙған йылда Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Мәскәү өлкәһенең дәүләт инспекциялары менән бер рәттән Рәсәйҙең иң яҡшы дүрт инспекцияһы исемлегенә инде. Баһалағанда тикшерелгән торлаҡ фонды иҫәбе, торлаҡ өлкәһендә асыҡланған  ҡағиҙә боҙоуҙар һәм күрһәтмәләрҙе башҡарыу документтары иҫәпкә алынған. Асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙарҙы билдәләнгән ваҡытта бөтөрөү, граждандар мөрәжәғәттәрендә күрһәтелгән һорауҙарҙы ыңғай хәл итеү, тикшереү органдары һәм киң мәғлүмәт саралары менән берлектә тикшереү БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы эшенең һөҙөмтәлелегенең мөһим күрһәткестәренән һанала.  

2010 йылда БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы тикшергән күп фатирлы йорттарҙың  майҙаны 75456,8  мең квадрат метр тәшкил иткән. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса торлаҡ фондын хеҙмәтләндергән идара итеүсе ойошмаларға һәм предприятиеларға, торлаҡ биналар хужаларына 34445 башҡарма документ, шул иҫәптән торлаҡ фондын техник файҙаланыуҙа асыҡланған ғәмәлдәге ҡағиҙәләр һәм нормаларҙы боҙоу осраҡтарын бөтөрөү буйынса саралар үткәреүгә 6523 күрһәтмә, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 903 протокол тапшырылған.

«Башинформ» агентлығына БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, тикшереүҙәр барышында 38145  торлаҡ фондын файҙаланыу нормаларын, торлаҡ биналарҙан файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеүҙә етешһеҙлектәр булыуы асыҡланған.  Башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә бирелгән күрһәтмәләрҙең 83 проценты контролдән алынған.

Административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса 8770,8 мең һум дөйөм суммаға административ штраф билдәләү тураһында 791 ҡарар сығарылған, дәүләт килеменә керемдәр 8661,4 мең һум тәшкил иткән. Ҡалған сумма буйынса эштәр мәжбүри рәүештә түләтеү өсөн суд приставтары хеҙмәтенә ебәрелгән.