4 декабрь, Йәкшәмбе

20 ғинуар 2011 йыл, 14:36

Башҡортостан делегацияһы автомашиналар эшләүселәр ҡалаһының йәштәр сәйәсәте менән танышты

автор: "Башинформ"

Көн элгәре Татарстандың Яр Саллы ҡалаһына Башҡортостан Республикаһы (Учалы ҡалаһы)  делегацияһы килде, тип хәбәр итә «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы. Йәштәр үҙәге һәм йәштәр өсөн психологик ярҙам хеҙмәте эшмәкәрлеге менән танышыу Учалы ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты вәкилдәренең автоградҡа килеүенең төп маҡсаты булған.

Учалылар «Шатлыҡ», «Орион», «Нур», «Заман» һәм башҡа йәштәр үҙәген ҡараған. Һуңыраҡ «Нур» йәштәр үҙәгендә ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә ике яҡ өсөн дә берҙәй файҙалы булған йәштәр өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу үткән. Яр Саллының йәштәр эштәре буйынса идаралығы начальнигы Александр Литвяков ҡунаҡтарға ҡалала ғәмәлгә ашырылған йәштәр сәйәсәте программаһы, һәр учреждениеның тәғәйенләнеше, йәштәр менән эшләүҙең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләгән.

Автомашиналар эшләүселәр ҡалаһының йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге эштәре делегацияла ҙур тәьҫораттар ҡалдырған, улар хужаларға йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт белдереп, коллегаларын яуап визиты менән Башҡортостан Республикаһына саҡырған.