11 декабрь, Йәкшәмбе

20 ғинуар 2011 йыл, 14:21

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем һыуыҡ көндәр торасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда һыуыҡ көндәр торасаҡ. Урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Был турала «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, төнөн республика буйынса 22 градус нулдән түбән буласаҡ. Таулы һәм түбән урындарҙа минус 32 градусҡа етәсәк.

— Көндөҙ һауа температураһы минус 15-20 градус тәшкил итәсәк, — ти ул. – Йәкшәмбе, 23 ғинуарҙа, республиканың көнбайыш райондарында йылыта башлаясаҡ. Әкренләп һауа температураһы Башҡортостандың башҡа райондарында ла күтәрелә барасаҡ.  

темалар: һауа торошо