9 декабрь, Йома

20 ғинуар 2011 йыл, 14:12

Бөрөлә «Керәшен һыуыҡтары» фестивале старт алды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

XVII «Керәшен һыуыҡтары» республика эстрада йырҙары һәм бейеү фестивале Бөрөлә сираттағы ижади миҙгелен асты. Йола буйынса ул 19 ғинуарҙа конкурсанттар килеүе, теркәлеүе, йәрәбә һалыу һәм репетицияларҙан башлана. Был юлы ла барыһы ла ошо тәртиптә барҙы. «Башинформ» агентлығына Бөрө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фестиваль башланыуға боронғо Бөрө ҡалаһына 400-ҙән ашыу ҡатнашыусы килгән. Татарстан Республикаһынан, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренән килеүселәр ҙә бар.

Бөгөн, 20 ғинуарҙа, Бөрө Ҡала мәҙәниәт һарайының концерт залында фестивалде асыу тантанаһы үтте, һәм «Вокал» номинацияһы менән беренсе конкурс көнө башланды.

Бынан алдағы йылдарҙағы кеүек үк, быйыл да фестиваль программаһының был номинацияһында ҡатнашыусылар күп. Урал Иҙелбаев етәкселегендәге жюри ағзаларына 70-тән ашыу конкурсантты тыңлап ҡарарға тура киләсәк.

21 ғинуарҙа Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһенә хореографик һәм музыкаль коллективтар күтәреләсәк. Фестиваль лауреаттарҙың ике гала-концерты менән 22 ғинуарҙа, шәмбелә, тамамланасаҡ.

темалар: фестивалдәр