8 декабрь, Кесе йома

20 ғинуар 2011 йыл, 12:50

Транспорт һәм ер һалымдарын түләү сроктары тамамлана

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Уҙған йыл өсөн транспорт һалымы түләү срогы тамамланыуға бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Был турала Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был һалымды быйыл 31 ғинуарға тиклем түләргә кәрәк.

Әгәр түләргә тейешле һалым суммаһы билдәле булһа, «Түләм йөкләмәһе тултырырға» («Заполнить платежное поручение») онлайн-сервисы менән файҙаланырға мөмкин. Сервисҡа һылтанма Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы рәсми сайтында (www.r02.nalog.ru) урынлашҡан.

Һалымды ваҡытында түләмәү һуңлатҡан  һәр календарь көн өсөн пеня өҫтәлеү менән янай. Һалым түләүгә квитанцияны транспорт сараһы урынлашҡан урын буйынса һалым инспекцияһынан алырға мөмкин. Һалымды һәр банк бүлексәһендә түләргә мөмкин.  

Башҡортостан һалым хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ 1 февралдә 2010 йыл өсөн ер һалымы түләү срогы ла тамамланыуы хаҡында иҫкәртә.