Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Даян Мурзинды 90 йәшлек юбилейы менән ҡотланы

Сәйәсәт

20 ғинуарҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ян Жижка исемендәге интернациональ партизандар бригадаһының данлыҡлы командиры, Чехословакияны фашист оккупанттарынан азат итеүҙә ҡатнашыусы Даян Баян улы Мурзинға 90 йәш тула. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов геройҙы 90 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.

— Һеҙ Ватанға тоғро хеҙмәт итеп, хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарына бай лайыҡлы тормош юлы үткәнһегеҙ, — тиелә республика башлығының ҡотлау телеграммаһында. – Һеҙҙең көслө рухлы булыуығыҙ, ҡаһарманлығығыҙ, эш һөйөүсәнлегегеҙ һәм фиҙаҡәрлегегеҙ тәрән ихтирам уята. Бөгөн дә Һеҙ үҫеп килеүсе быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә тос өлөш индерәһегеҙ.  

Рөстәм Хәмитов Даян Мурзинға сәләмәтлек, именлек, оҙон ғүмер, бөтә изге эштәрендә уңыштар теләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть